Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
16 Февраль 2023, 10:26

Фәһемле осрашыу

Балтас районының Маты ауылы клубында Афған һуғышы яугире Әхмәт Фәрхетдинов менән осрашыу үтте.

Фәһемле осрашыуФәһемле осрашыу
Фәһемле осрашыу

Афған һуғышы менән яҡындан таныштырыу, хәрби хеҙмәттә булған ир-егеттәргә ҡарата хөрмәт тәрбиәләү маҡсатында Маты ауыл клубында Әхмәт Фәрхетдинов һәм күптән түгел армия сафынан ҡайтҡан Инсаф Зәрәфетдинов, Айнур Абхалиҡов менән осрашыу ойошторолдо.

Әхмәт Нәдип улы хәтирәләре менән уртаҡлашты, балаларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе, йәш быуынға үҙенең изге теләктәрен еткерҙе.

Балалар өсөн был осрашыу фәһемле булды. Сара илебеҙҙә тыныслыҡ булһын, бындай ҡурҡыныс ваҡиғалар башҡаса ҡабатланмаһын тигән теләктә таралышты ҡатнашыусылар.

Фирғәт Нәбиуллин.

Фәһемле осрашыу
Фәһемле осрашыу
Фәһемле осрашыу
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас