+30 °С
Облачно


Паперкрафт — күләмле моделдәр, ҡағыҙҙан фигуралар яһауҙы күҙ уңында тотҡан шөғөл. Был ысын ҡағыҙ сәнғәте, уны өйрәнеү еңел, күп көс һәм ваҡыт та талап итмәй. Бер аҙ түҙемлек кенә кәрәк.
Сараға ҡул эше оҫтаһы Светлана Минаева саҡырылғайны. Ул балаларҙы паперкрафт һәм уның тарихы менән таныштырҙы. Артабан Ғашиҡтар көнө уңайынан ябай ҡағыҙҙан һәм елемдән ҙур йөрәк эшләргә өйрәтте. Оҫталыҡ дәресе уҡыусыларға бик оҡшаны.
Фирғәт Нәбиуллин.