

Тәрбиәсе Глүсә Хисаметдин ҡыҙы Ғәлиева балалар менән "Минең ҡәҙерлеләрем" тип аталған бай йөкмәткеле дәрес күрһәтте. Кескәйҙәрҙең әсә телендә һөйләшеп, тәрбиәсегә эйәреп матур әңгәмә алып барыуҙары бик ҡыуандырҙы. Дәрестә төрлө эш алымдары ҡулланылды. Балалар тулҡынланып үҙҙәренең ғаиләһе тураһында һөйләне.
Киләсәктә лә Глүсә Хисаметдин ҡыҙы кескәйҙәр менән әсә телендә аралашыуҙы дауам итеп, балаларҙың тел байлығын арттырыр, улар менән башҡорт телендә йырҙар, шиғырҙар ятларҙар, заман талаптарына тура килгән яңы эш алымдары ҡулланып тәрбиә эшен дауам итер, тип уйлайбыҙ. Үҙ һөнәренә ғашиҡ тәрбиәсегә конкурстың был этабын уңышлы уҙып, алда ҙур еңеүҙәр теләйбеҙ!
Венера Зарипова.