+30 °С
Болотло


Ҡалтасыла 2011-2012 йылдарҙа тыуған үҫмерҙәр араһында Башҡортостан Республикаһы мәктәп уҡыусыларының XXV спартакиадаһы иҫәбенә саңғы буйынса төбәк ярыштары уҙҙы.
Ҡыҙыу һәм көсөргәнешле ярыштарҙа Балтас районы командаһы лайыҡлы өсөнсө урынды яуланы.
Саңғы спорты байрамының тантаналы өлөшөндә призер командаларға кубок һәм грамоталар тапшырылды.
Район данын лайыҡлы яҡлаған йәш спортсыларыбыҙҙы сираттағы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Фирғәт Нәбиуллин.