

Ул Ижау ҡалаһы Михаил Калашников исемендәге атыу ҡоралдары күргәҙмә музейы комплексы фондынан ойошторолдо.
Күргәҙмәне асыу Сталинград яуындағы еңеүҙең 80 йыллығына арналды. Бөрө районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе, Афғанстандағы локаль конфликтта ҡатнашыусылар, ҡаланың 8-се урта мәктәбе “йәш армиясы”лары сараның төп ҡунаҡтары булды.
Күргәҙмә легендар конструктор Михаил Тимофеевич Калашниковҡа һәм уның уйлап тапҡан ҡоралдар тарихына арналды. Унда барлығы 70-тән ашыу экспонат тупланған. М. Калашниковтың шәхси әйберҙәре, мемуарҙары һәм китаптары, төрлө атыу ҡоралдары урын алған. Шулай уҡ Калашников уйлап тапҡан ҡоралдарҙы, Мосиндың винтовка макетын, Токарев пистолетын, Шпагин системаһының пистолет-пулеметын (ППШ-41) күрергә була. Экспозицияның мөһим өлөшөн бысаҡтар һәм ҡоралдар тәшкил итә. Күргәҙмә 4 мартҡа тиклем эшләйәсәк. Пушкин картаһын ҡулланырға мөмкин. Бөрө мәктәптәре күргәҙмә менән таныша башланы ла инде.
Ғәлиә Ғәниева.
Бөрө районы.