

Сара башында ауыл биләмәһе башлығы Флүр Фәйзелҡәүи улы Әҡбәров сәләмләп, байрамға төрлө ауылдан килгән ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе.
Ауыл клубы "Көндәшле мишәрҙәре" коллективы "Ҡунаҡ ҡаршылау йолаһын" тәҡдим итте. Баландың файҙаһы тураһында һөйләп, Зинира Хәмәтнурова балан бәлеше бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Байрам сиктәрендә "Сәй өҫтәленә бәлеш" бәйгеһе ойошторолдо. 1се урынға - Көндәшле ауыл мәҙәниәт йортоноң "Көндәшле мишәрҙәре", 2се урынға - Көнтүгеш ауыл мәҙәниәт йортоноң "Аманат" фольклор коллективы, 3сө урынға Боғҙан ауыл биләмәһе коллективтары сыҡты.
Сара килгән коллективтарҙың концерт номерҙары менән үрелеп барҙы .
Гөлназ Ғәлләмова.