Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
7 Февраль 2023, 11:25

Һәр йортта тиерлек изге ҡомартҡылар һаҡлана

Район Мәҙәниәт йортонда үткән төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының милли кейемдәренә һәм биҙәүестәренә арналған семинарҙа Ҡарткиҫәк ауылынан мәғариф ветераны, ихтирамлы һәм әүҙем ағинәй Фәнирә Мәүли ҡыҙы Нәбиуллина  ҡунаҡтарҙы Һыу-Танып ырыуы башҡорттарының бер нисә боронғо кейеме менән таныштырҙы.

Һәр йортта тиерлек изге ҡомартҡылар һаҡланаҺәр йортта тиерлек изге ҡомартҡылар һаҡлана
Һәр йортта тиерлек изге ҡомартҡылар һаҡлана

Боронғо күлдәктәрҙең береһенә яҡынса 150 йыл. Ул — Ҡарткиҫәккә Ҡариҙел районының Тайҡаш ауылынан килен булып төшкән 1911 йылғы Ҡәтифә Тажетдинованың әсәһе Мөғәллимә әбейҙең күлдәге. Уның жилеты ла бар икән. Был кейемдәр мәктәп музейында ҡәҙерләп һаҡлана.

Шулай уҡ 1924 йылда тыуған, инде мәрхүм Миңзада әбей Хәйруллинаның да бик үҙенсәлекле итеп тегелгән күлдәге тураһында һөйләп үтте Фәнирә Мәүли ҡыҙы. Фәйхүнә апай Ҡыямованың да Миңзада әбейҙән күреп теккән күлдәге күргәҙмәлә бар ине.  

  • Халҡыбыҙҙың матур йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре бөгөн яңы һулыш ала, тергеҙелә. Милли кейемдәргә боронғо әйберҙәргә ҡыҙыҡһыныу арта. Был йәһәттән ҡарткиҫәктәр ҙә үҙ асылына тоғро. Ауылымдың һәр йортонда тиерлек изге ҡомартҡылар — милли кейемдәр, сигелгән, һуғылған әйберҙәр түрҙән урын алып ҡәҙерләп һаҡлана, — тип һөйләне Фәнирә Мәүли ҡыҙы.
Һәр йортта тиерлек изге ҡомартҡылар һаҡлана
Һәр йортта тиерлек изге ҡомартҡылар һаҡлана
Һәр йортта тиерлек изге ҡомартҡылар һаҡлана
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас