

Бәйгелә Ҡариҙел, Асҡын һәм Балтас көрәшселәре көс һынашты. Балтастарҙың шәхси һөҙөмтәләренә килгәндә, Илнар Камалов — 1-се, Рөстәм Йыһаншин, Реналь Хәмәтнуров, Нияз Сафин — 2-се, Әмир Рәҡипов, Рөстәм Шәйхетдинов, Рөстәм Сәлимов 3-сө урын яуланы.
Был ярыштар Стәрлетамаҡ ҡалаһында үтәсәк республика беренселегенә һайлап алыу булды. Көрәшселәребеҙҙе һәм уларҙың тренерҙарын бәйгелә лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм республика беренселегендә лә уңышлы сығыш яһауҙарын теләйбеҙ!
Фирғәт Нәбиуллин.