

Семинар сиктәрендә ойошторолған төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының милли кейемдәренә арналған күргәҙмәлә “Айыҡ ауыл-2022” республика конкурсында ҡатнашыусы, ошо фәһемле сараны ойоштороусы Ҡашҡа ауыл биләмәһе ҡунаҡтарҙы йыр-моң менән ҡаршы алып, матур эштәре менән таныштырҙы. Күргәҙмәгә әүҙем, рухлы ағинәйҙәр Мауза Латыпованың, Зәриә Усманованың, Эльза Ибраһимованың, Әнүзә Ғилфанованың һоҡланғыс ҡул эштәре урын алғайны. Мауза апай үҙенең йәш ҡыҙҙарға атап теккән күлдәк-япҡыстары, камзул, баш кейеме менән таныштырҙы. Ул бындай милли кейемдәрҙе ейәнсәрҙәренә лә теккән икән. “Тиҙҙән асыласаҡ мәҙәниәт йортобоҙҙа ейәндәрем шул матур күлдәктәрҙә, Алла бойорһа, бейеп йөрөр әле”, — тине ул.
Шулай уҡ күргәҙмәлә Зилә Әфризунованың Ҡашҡа ауылының һоҡланғыс тәбиғәтен сағылдырған картиналары ла урын алғайны.
Ҡашҡалар семинарға дүрт модель да алып килгәйне. Ҡыҙҙар һәм ағинәйҙәр сарала ҡатнашыусыларҙы “Тамға” ижади берекмә етәксеһе, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары кейемен яңыртыу һәм өйрәнеү буйынса этнограф Зөлфиә Рәшит ҡыҙы Краснованың ижад емештәре — милли күлдәктәре менән сәхнәнән таныштырҙы.
Илһөйәр Махатова.