Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
3 Февраль 2023, 11:35

Изге ҡомартҡылай һаҡланған кейемдәр күргәҙмәһе

Бөгөн Асҡын район Мәҙәниәт йортонда үткән “Ҡот һәм бәрәкәт милли кейем һәм биҙәүестәрҙә” тип аталған район-ара семинар башланыр алдынан  фойела төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының милли кейемдәренә арналған күргәҙмә ойошторолдо.

Изге ҡомартҡылай һаҡланған кейемдәр күргәҙмәһеИзге ҡомартҡылай һаҡланған кейемдәр күргәҙмәһе
Изге ҡомартҡылай һаҡланған кейемдәр күргәҙмәһе

Унда Иҫке Ҡаҙансы, Солтанбәк, Ҡубияҙ, Урмияҙ, Үршиҙе, Табаҫҡытамаҡ, Ҡарткиҫәк һәм Ҡашҡа ауылдары ағинәйҙәре ҡунаҡтарҙы йыр, йор һүҙ, сәс-сәк менән ҡаршы алып, музейҙарҙа һәм үҙҙәрендә изге ҡомартҡы итеп һаҡланған милли кейемдәр, оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡул эштәре менән таныштырҙы. Һәр сығыш яһаусы үҙ ҡомартҡыһының тарихы, быуындан-быуынға тапшырылып килеүе тураһында һөйләне. Уларҙы иғтибар менән тыңлап, милли кейемдәр өлгөләрен ҡарағандан һуң “Киске Өфө” гәзите мөхәррире Гөлфиә Янбаева һәм “Тамға” ижади берекмә етәксеһе, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары кейемен яңыртыу һәм өйрәнеү буйынса этнограф Зөлфиә Краснова алъяпҡыс-күлдәктәрҙәге беҙҙең яҡҡа ғына хас булған үҙенсәлектәрҙе күреп һоҡланды, уларҙы яңыртыу, тергеҙеү һәм өйрәнеү буйынса тәҡдим-кәңәштәрен еткерҙе.

Илһөйәр Махатова.

Изге ҡомартҡылай һаҡланған кейемдәр күргәҙмәһе
Изге ҡомартҡылай һаҡланған кейемдәр күргәҙмәһе
Изге ҡомартҡылай һаҡланған кейемдәр күргәҙмәһе
Изге ҡомартҡылай һаҡланған кейемдәр күргәҙмәһе
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас