

Пермь крайының Барда ауылында 2007-2009 йәшлек спортсылар араһында йөҙөү буйынса округ-ара асыҡ беренселек үтте. Асҡын районынан ярышта тренер Рәмил Ринат улы Насретдинов етәкселегендә “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы тәрбиәләнеүсеһе Айдар Махатов ҡатнашты һәм призлы урынға лайыҡ булды.
Ярышта Пермь, Чернушка, Яңауыл ҡалаларынан, Асҡын һәм Барда ауылдарынан йәш спортсылар ҡатнашты. Айдар 100 метрға ике йөҙөү төрөндә лә икенсе урынға лайыҡ булды.
Айдарҙы һәм уның тренеры Рәмил Ринат улын ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да спортта ҙур уңыштар теләйбеҙ!