

“Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Республикаһы мәктәп уҡыусылары араһында XXV Спартакиадаһы иҫәбенә волейбол буйынса төбәк ярыштары үтте.
Ҡыҙыу бәйгелә Балтас, Тәтешле, Ҡалтасы, Борай, Ҡариҙел, Асҡын һәм Мишкә райондарының егеттәр командалары көс һынашты.
Ярыштарҙы асыу тантанаһында район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Инзилә Ғәсимйәнова ҡатнашты һәм волейболсыларға уңыштар теләне.
Уйындар волейболдың рәсми ҡағиҙәләре буйынса уҙҙы, шуға күрә спортсылар ярыштарға ҙур яуаплылыҡ менән ҡараны. Һәр район командаһының алмаш уйынсылары һәм көйәрмәндәре бар ине.
Һөҙөмтәләр буйынса 1-се урынды Тәтешле районы командаһы яуланы. 2-се урынға — Балтас, 3-сө урынға Ҡалтасы командаһы сыҡты.
Фирғәт Нәбиуллин.