Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
18 Ғинуар 2023, 11:56

Фәһемле осрашыу үтте

Бөгөн Балтас район Мәҙәниәт һарайында Балтас, Асҡын, Тәтешле, Борай, Ҡариҙел райондарынан 400-ҙән ашыу сығарылыш класс уҡыусылары республикабыҙҙың алдынғы юғары уҡыу йорттары вәкилдәре менән осрашты.

Фәһемле осрашыу үттеФәһемле осрашыу үтте
Фәһемле осрашыу үтте


Юғары уҡыу йорттары вәкилдәре буласаҡ абитуриенттарҙы ҡабул итеү ҡағиҙәләре менән таныштырҙы, әҙерлек йүнәлештәре һәм белгеслектәре, күңелле студент тормошо, байрамдар, спорт саралары тураһында һөйләне.
Шулай уҡ Мәҙәниәт һарайының фойеһында күргәҙмә майҙандары эшләне. Унда саҡырылған ҡунаҡтар буласаҡ студенттарға уҡыу йорттары менән яҡындан таныштырып, мәғлүмәти буклеттар таратты.
Сараны район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев асып, юғары уҡыу йорттары вәкилдәренә сығарылыш класс уҡыусылары тарафынан һөнәрҙәрҙе дөрөҫ һайлауҙа тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүҙәренә рәхмәт белдерҙе.
Буласаҡ абитуриенттар менән осрашыу йылы мөхиттә үтте. Ҡунаҡтар үҙҙәренең уҡыу йорттары, факультеттар, белгеслектәр һәм йүнәлештәр, ҡабул итеү ҡағиҙәләре, документтар тапшырыу ваҡыты тураһында ентекле һөйләне.
Бындай сара буласаҡ студенттарҙы уҡыу йорттарына йәлеп итергә, шулай уҡ мәктәп уҡыусыларына республикабыҙҙың мәғариф учреждениелары тураһында тулы мәғлүмәт, аңлы рәүештә һайлау мөмкинлеге бирә.


Фирғәт Нәбиуллин.

Фәһемле осрашыу үтте
Фәһемле осрашыу үтте
Фәһемле осрашыу үтте
Автор:
Читайте нас