

Түбән Кама ҡалаһында армрестлинг буйынса Иҙел буйы федераль округы беренселеге уҙҙы. Мәртәбәле бәйгелә Балтас районы спортсылары бер нисә йыл рәттән яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡыуандыра.
Ярышта Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһы составында тренер Айваз Сәфетдинов, Радим Нурғәлиев етәкселегендә Балтас Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексы тәрбиәләнеүселәре лә ҡатнашты. Күптәре үҙ ауырлыҡ категорияһында призлы урындар яуланы.
Азалия Хәмәтнурова, Илназ Ғилманов — 3-сө, Диана Хәмәтова — 5-се, Рөстәм Шәйхетдинов — 8-се, Данил Садыҡов 10-сы урын яуланы.
Өлкән спортсылар араһында Тимур Әмирйәнов — 2-се, Илдар Сәхипов 6-сы урынға лайыҡ булды.
Район, республика данын лайыҡлы яҡлаған спортсыларҙы сираттағы еңеүҙәре менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Фирғәт Нәбиуллин.