

Яҡташыбыҙ халыҡ традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, быуындан-быуынға тапшырыуҙа күп көс һала.
Альбина Нафиҡова ниндәй ижад төрҙәре менән генә мауыҡмай – художестволы үҙешмәкәрлек, бәйләү, балаҫ һуғыу һәм башҡалар.
Уның шәхси интерактив этнокүргәҙмәләре Борай ауылының "Танып-һыу" арт-галереяһында, һабантуй, "Башҡорт шәле", "Милли биҙәк" кеүек сараларҙа күп тапҡыр күрһәтелде.
Күптән түгел Р. Ғәлиева исемендәге район Мәҙәниәт йортонда Альбина Нафиҡованың «Көнбағыштан күлдәккә тиклем» ҡыҫҡа метражлы фильмының исем туйы уҙҙы. Фильмда етенде үҫтереү, эшкәртеү, унан нисек туҡымалар барлыҡҡа килеүе бәйән ителә.
«Ер һүҙе» төбәк-ара проекты сиктәрендә Альбина Нафиҡова фекерҙәштәре менән бергә етен үҫтереү технологияһы тураһында фильм төшөрҙө. Етен үҫтереү, туҡыусылыҡты һаҡлау һәм үҫтереү, быуындар күсәгилешлеге – фильмдың төп фекере. Әйтергә кәрәк, 2023 йылда райондың мәҙәниәт учреждениелары «Етендән күлдәккә тиклем» проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашасаҡ. Тамашасылар бер һулышта фильмды ҡараны, ҡайҙалыр йылмайып, ниндәйҙер мәлдә бойоғоп ебәрҙе.
Фильм «Ер һүҙе / Онлайн 2.0» төбәк-ара һанлы мәғариф кинопроекты сиктәрендә төшөрөлгән. Проектты ойоштороусылар — Башҡортостан кинематографистар союзы һәм Булат Йосоповтың Кино мәктәбе.
Гөлназ Ханова.
Борай районы.