

Түбәндәге номинациялар буйынса еңеүселәр билдәләнде:
Луиза Радик ҡыҙы Хәсәнова — ”Лидер” (яҡшы ойоштороусылар, ирекмәндәр, шул иҫәптән Донбасс халҡына һәм СВО-ла ҡатнашыусылар гуманитар ярҙам ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәтеүсе ҡатын-ҡыҙҙар),Зимфира Рәмил ҡыҙы Зарифуллина — ”Мәҙәниәт” (милли ҡиммәттәр, Рәсәй халыҡтары традициялары мәнфәғәтенә эшләүселәр), Зөлфиә Камил ҡыҙы Әминова — ”Медицина эшсәне” (пандемияла һәм Донбасста эшләүсе ҡатын-ҡыҙ табиптар араһында), Әнүзә Мостафа ҡыҙы Ғилфанова — ”Көмөш ирекмән” (әүҙем ижтимағи эшмәкәрлек алып барыусы 60 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар араһында), Ләйсән Зөфәр ҡыҙы Ғәлимова — ”Педагог”(белем биреү өлкәһендә эшләүселәр), Ольга Викторовна Белоусова — ”Бизнес-леди” (хәйриәлек һәм ижтимағи тормошта әүҙемлек күрһәтеүсе эшҡыуарҙар), Зәриә Мәғсәт ҡыҙы Усманова ”Оҫта”(халыҡ кәсептәрен таратыусылар араһында) номинацияларында еңеүсе тип билдәләнде.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурс өс этапта үтә. Тәүгеһендә, 15 ноябрҙән 2023 йылдың 15 ғинуарына тиклем, район һәм ҡалаларҙа һайлап алыу турҙары уҙа.
Бөтә Рәсәй конкурсы финалистарын билдәләү февралгә тәғәйенләнгән.
Наилә Имаева.