Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
12 Ғинуар 2023, 09:30

Тенниссылар көс һынашты

 Иҫке Балтас Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре араһында “Сәләмәтлек-2023” спартакиадаһы иҫәбенә өҫтәл теннисы буйынса ярыштар уҙҙы.

Тенниссылар көс һынаштыТенниссылар көс һынашты
Тенниссылар көс һынашты

Ҡыҙыу ярыштарҙа туғыҙ команда ҡатнашты. Ҡатнашыусылар бәйгелә көстәрен, еңеүгә ынтылыштарын күрһәтте. Көсөргәнешле бәйге һөҙөмтәһендә команда иҫәбендә 1-се урынды Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбе командаһы яуланы. 2-се урынды Иҫке Балтастың 2-се мәктәбе алды. 3-сө урынға Уразай мәктәбе командаһы лайыҡ булды.

Шәхси беренселектә беренсе “ракетка”ла 1-се урынды — Айрат Садыҡов (Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбе), 2-се урынды — Айрат Шакиров (Уразай урта мәктәбе), 3-сө урынды Ринат Әхмәтов (Штәнде урта мәктәбе) яуланы.

Икенсе “ракетка”ла беренселекте Эрик Исиметов (Иҫке Балтас 1-се мәктәбе), 2-се урынды — Валерий Гәрәйшин, 3-сө урынды Әлфәрит Ғафуров (Уразай мәктәбе) яуланы.

Өсөнсө “ракетка”ла 1-се урын  Оксана Ковалевала (Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбе). Айгөл Солтанова (Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбе) — 2-се, Эльвира Хажиева (Түбән Иванай урта мәктәбе) 3-се урынды алды.

Барлыҡ еңеүселәр һәм призерҙарға Почет грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Фирғәт Нәбиуллин.

Тенниссылар көс һынашты
Тенниссылар көс һынашты
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас