Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
11 Ғинуар 2023, 09:43

Үҫеш юлын дауам итеп

Яңы йылға яңы маҡсаттар менән аяҡ баҫты район халҡы

Үҫеш юлын дауам итепҮҫеш юлын дауам итеп
Үҫеш юлын дауам итеп

Үтеп киткән 2022 йыл үҙенсәлекле һәм ауыр йыл булды, тиһәк тә дөрөҫ булыр. Йыл башында махсус хәрби операция башланды. 200-ҙән артыҡ Балтас ир-егете Шайморатов, Доставалов исемендәге башҡорт батальондарында һәм башҡа хәрби частарҙа хеҙмәт итә. Улар ил именлеген һаҡлай, беҙгә аяҙ күк аҫтында йәшәргә, уҡырға, эшләргә мөмкинлек бирә. Йылдың ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, Балтас районы бихисап юғары уңыштарға иреште. Район үҙенең үҫеш юлын дауам итә. Алдынғы предприятиелар тотороҡло эшләй, аграр тармаҡ уңыштары менән һөйөндөрә, районда бер нисә ҙур инвестиция проекты ғәмәлгә ашырыла.


Ауыл хужалығы
Быйыл игенселәребеҙ бөртөклө культураларҙан мөмкин тиклем күберәк уңыш алды — 94 мең тоннанан артыҡ ашлыҡ йыйып алынды, уртаса уңыш гектарҙан 30 центнерҙан артыҡ тәшкил итте. 2023 йыл уңышы өсөн туғыҙ мең гектарға яҡын көҙгө культуралар сәселгән, 22 мең гектарҙан артыҡ майҙан туңға һөрөлгән.
Агросәнәғәт комплексының дөйөм продукцияһы 2022 йылда 3,5 миллиард һумға ҡәҙәр һәм ауыл хужалығы тармағында субсидиялар күләме 51 миллион һум тәшкил итте. Ауыл хужалығында төп капиталға инвестициялар 170 миллион һумдан артыҡ.
Район аграрийҙарының хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы Башлығының 1-се дәрәжә дипломына лайыҡ булды. Шулай уҡ район республиканың төньяҡ урман-дала төбәгендә ауыл хужалығы продукцияһы етештереү һәм финанс-иҡтисади күрһәткестәр буйынса иң яҡшыһы тип танылды.


Төҙөлөш
Районды төҙөкләндереү буйынса әүҙем эш алып барыла. Үткән йәйҙә “Ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә Күҙәй ауылына дүрт километр оҙонлоҡта автомобиль юлы һалына башланы. 5,4 километр оҙонлоғондағы Юғары Ҡанһөйәр-Тусыбай автомобиль юлы төҙөлөшө буйынса ла проект бар, ул әлеге ваҡытта дәүләт экспертизаһында.
Республика тораҡ пункттарын газлаштырып бөтөрөү программаһы буйынса райондың 10 ауылына — Иҫке Ҡарғалы, Имән, Туҡтай, Иҫке Тимкә, Бүләк, Иҫке Ямурҙа, Яңы Ямурҙа, Түбәнге Иванай, Юғары Ҡанһөйәрҙә газ үткәргестәр төҙөлгән. Иҫке Балтас ауылында әлеге программа сиктәрендә “зәңгәр яғыулыҡ” “Төньяҡ” микрорайоны йорттарына үткәрелде.
Газ үткәреү буйынса 2023 йылда Юғары Иванай-Көнтүгеш-Яңы Уразай-Йәнтимер йүнәлешендәге ауылдарҙа газ үткәргес төҙөлөшөн башлау планлаштырыла. Туҙлуба ауылының эске газ үткәргесен проектлау бара. Унда эштәр план буйынса ағымдағы йылдың йәйендә башланырға тейеш. Шулай уҡ Түбән Ҡанһөйәр-Күҙәй, Якунин-Ҡурас, Ташлыйылға- Мағашлы-Алмантай йүнәлешендә ауыл-ара газ үткәреү планда тора.
Район хакимиәте 2022-2024 йылдарға “Ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә 10 километр оҙонлоҡтағы Иҫке Яҡшый ауылының һыу үткәргес селтәрен төҙөү конкурсына теләк белдерҙе.
Иҫке Балтас ауылында 200 урынлыҡ ете мең квадрат метр майҙанлы стадион төҙөлөшөнә дәүләт экспертизаһының ыңғай баһаһы алынды һәм 2023-2024 йылдарға әлеге дәүләт программаһы сиктәрендә объект төҙөү буйынса конкурсҡа ғариза бирелде.
“Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһы сиктәрендә Иҫке Балтас ауылының Совет урамында 9,4 миллиондан ашыу хаҡҡа аллея төҙөкләндерелде.
Тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереүгә район халҡы үҙе лә Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашып, ҙур өлөш индерә. 2022 йылда ошо программа сиктәрендә Көнтүгеш һәм Маты йылғалары аша күперҙәр ремонтланған, Иҫке Дүртекәй, Мишәр, Маты ауылдарында зыярат тирәләрен төҙөкләндереү өсөн төҙөлөш материалдары һатып алынған һәм халыҡ көсө менән ремонт яһалған. Юғары Ҡанһөйәр ауылында балалар спорт-уйын майҙансығы төҙөлдө.
Республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән булдырылған “Атайсал” проекты ауыл халҡының ҙур ярҙамсыһы булды. Проект сиктәрендә райондаштар һәм яҡташтар ярҙамы менән төрлө эштәр башҡарылды — территориялар төҙөкләндерелде, мәсеттәр, мәктәптәр ремонтланды һәм башҡалар.
Эшҡыуарлыҡ
Йыл башынан 47 “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үтеп, унда 52 проект ҡаралған. Районға 50-нән артыҡ инвестор йәлеп ителде. Кесе эшҡыуарлыҡтың 334 субъекты теркәлгән, шуларҙың 63-ө — юридик зат. Автосервистар, бөҙрәхана, туҡланыу урындары һәм магазиндар асылды. Иҫке Балтас ауылында үткән йылдың февралендә “Орион” кинотеатры менән яңы күңел асыу-ял итеү үҙәге асылды.
Милли проекттар
Район республиканың һәм дөйөм илдең ҙур ярҙамын тоя. Төрлө йүнәлештәге милли проекттар буйынса ғына районға 55,7 миллион һумдан артыҡ аҡса йәлеп ителгән (шуларҙың 46,2 миллион һумы — һаулыҡ һаҡлауға), улар район халҡының тормош-көнкүрешен яҡшыртыуға йүнәлдерелгән.
Мәғариф
Район “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә төбәк проекттарын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша.
2022 йылда “Хәҙерге заман мәктәбе” проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә Һәйтәк, Түбән Һикеяҙ, Уразай мәктәптәрендә тәбиғи-фәнни һәм технологик йүнәлешле мәғариф үҙәктәре ойошторолдо.
“Һанлы белем биреү мөхите” төбәк проекты сиктәрендә Иҫке Балтас 1-се һәм 2-се, Штәнде, Уразай мәктәптәрендә заманса һәм хәүефһеҙ һанлы белем биреү шарттары тыуҙырыу буйынса эштәр башҡарылды.

Мәктәптәр заманса дәрәжәлә компьютер технологиялары ҡулланып, дәрестәр үткәрергә мөмкинлек бирә торған заманса һанлы лабораториялар һәм йыһаздар алды.
“Һәр бала үҫеше” проекты сиктәрендә Түбән Иванай мәктәбенең спорт залына капиталь ремонт яһалды. Барлыҡ эштәрҙең дә маҡсаты бер — уңайлы һәм сифатлы белем биреү өсөн шарттар тыуҙырыу.
Һаулыҡ һаҡлау
Район халҡы сәләмәтлеге һағында Балтас үҙәк район дауаханаһы уңышлы эшләй. Иң мөһим бер нисә бүлекте билдәләп үтке килә.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса беренсел звеноны модернизациялау сиктәрендә быйыл дүрт модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө.
Өлкән йәштәге халыҡты диспансерлаштырыу буйынса план үтәлгән. Өлкәндәргә һәм балаларға тәрәнтен диспансеризация, профилактик медицина тикшереүҙәре уңышлы үткәрелә. Күп кенә ауырыуҙарҙың тәүге билдәләре асыҡланып, 78 кешенең ғүмере һаҡлап ҡалынған.
Үҙәк район дауаханаһының матди-техник базаһы яҡшыра. Мәҫәлән, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә унда маммограф, эндоскопик комплекс урынлаштырҙылар, учреждениеның автотранспорт базаһы яңыртылды.
Мәҙәниәт
Мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары үҙҙәренең еңеүҙәре менән әленән-әле һөйөндөрә. Әйтәйек, “Балҡыш” халыҡ театр коллективы Белоретта үткән “Алтын тирмә” милли театрҙарҙың төбәк-ара фестивалендә ҡатнашып — 1-се урын, шулай уҡ Өфөлә “Театраль Өфө” балалар һәм йәштәр театрҙарының республика фестивалендә Гран-при яуланы.
“Гүзәл” халыҡ бейеү ансамбле (етәксеһе Раушания Хәсәнова) “Бейеү марафоны” халыҡ-ара хореография сәнғәте конкурсында — Гран-приға, “Башҡортостан таланттары” Бөтә Рәсәй балалар, үҫмерҙәр ижад конкурсында 1-се дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булды һәм “Салауат мираҫы” төбәк конкурс-фестиваленең 2-се дәрәжә дипломанты булды.
Түбән Һикеяҙ ауыл мәҙәниәт йорто "КЛУБ'ок XXI века” республика бәйгеһендә 1-се урын яуланы. Һанап китһәң, мәҙәниәт өлкәһендә бындай уңыштарыбыҙ байтаҡ.
Спорт
Республикала ГТО нормативтарын тапшырыу буйынса быйыл беҙҙең район лидер булды! Муниципаль ГТО тестлаштырыу үҙәге эшмәкәрлеге юғары дәрәжәлә билдәләнде. Халыҡ араһында нормативтарҙы ҡабул итеү буйынса “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексы етәкселеге һәм хеҙмәткәрҙәре әүҙем эш алып бара. Хоккейсыларыбыҙ менән дә хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Үткән йылдың февралендә “Танып” хоккей командаһы XXX Ауыл спорт уйындары республика чемпионатында 2-се урын яуланы. Ә юниорҙар командаһы “Алтын алҡа” республика турнирында 3-сө урынға сыҡты. Яңы йыл алдынан балтастар “Газпром трансгаз Уфа” йәмғиәте ойошторған иптәштәрсә турнирҙа 2-се урын яуланы. Эстетик гимнастика менән шөғөлләнеүсе ҡыҙҙар командаһы ла күп тапҡырҙар ил, республика тамашасыһын таң ҡалдырҙы.
Ирекмәнлек
Балтаста “Еңеү ирекмәндәре”, “Беҙ бергә”, “Мәҙәниәт ирекмәндәре”, “Ирекмәндәр — шайморатовсылар” кеүек ижтимағи хәрәкәттәр әүҙем эшләй. 180-дән ашыу ирекмән мохтаждарға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ғаиләләренә ярҙам күрһәтергә әҙер.
Уҙып киткән 2022 йыл район өсөн яуаплы ҡарарҙар һәм көсөргәнешле хеҙмәт йылы булды, район үҫеше өсөн алға табан мөһим аҙымдар яһалды. Яңы 2023 йыл иҫтәлекле ваҡиғалар һәм яҡшы үҙгәрештәр йылы булһын.


Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.

Үҫеш юлын дауам итеп
Үҫеш юлын дауам итеп
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас