

Үҙ йортоң, үҙ ҡыйығың булыу — һәр кем өсөн оло шатлыҡ. Әммә уны булдырыу өсөн яҡындарыңдың, туғандарыңдың ярҙамына таянып, күпме хәләл көс түгергә тура килә. Шуныһы ҡыуаныслы, хәҙер йәштәргә өйлө булыу хыялын тормошҡа ашырыр өсөн төрлө дәүләт программалары ла ҙур ярҙам булып тора. Асҡындан Нурания менән Илнар Ғилмияровтар ҙа дәүләт ярҙамы менән быйыл өйҙәрен төҙөп бөтөрөп, Яңы йылды яңы өйҙә ҡаршыланы.
Нурания һәм Илнар Ғилмияровтар — Асҡын ауылының тырыш, булдыҡлы, күп бала тәрбиәләүсе йәш ғаиләләренең береһе. Ғаилә башлығы водитель булып эшләй, ә Нурания район хакимиәтенең Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығының йәштәр бүлегендә педагог-психолог булып хеҙмәт һалып, әле кесе сабыйҙары менән декрет ялында. Ул сығышы менән Балтас районының Маты ауылынан, ә Илнар районыбыҙҙың Ҡаракүл ауылында буй еткергән. Икеһе лә бәләкәйҙән хеҙмәт һөйөүсән булып, ата-әсәләренән күркәм тәрбиә алып үҫкән. Ғилмияровтарҙың бер-береһен осратып, сәстәрен-сәскә бәйләүҙәренә һигеҙ йыл үткән. Ошо ваҡыт эсендә улар өс балаға ғүмер биреп, сабыйҙарын үҙҙәре өлгөһөндә кеселекле, туған йәнле, берҙәм булырға өйрәтеп үҫтерә. Оло улдары Илназ быйыл Асҡын 1-се мәктәбенең 1-се класына уҡырға ингән, ошо көндәрҙә биш йәшен тултырасаҡ Айназ “Күк сәскә” балалар баҡсаһына йөрөй. Ә кеселәре, бөтә иғтибарҙы үҙенә йәлеп итеүсе наҙлы ғына Гөлназға ике йәш.
Ғилмияровтар тураһындағы мәҡәләне тулыһынса "Йәнтөйәк" гәзитенең быйылғы 1-се һанында уҡый алаһығыҙ.