Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
5 Ғинуар 2023, 09:00

Ғилми ротала хеҙмәт итә

Хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырыу кампанияһы сиктәрендә Башҡортостандан ете егет Рәсәй Оборона министрлығының ғилми роталарына юлланды, шул иҫәптән бишеһе Анапа ҡалаһындағы “Эра” хәрби инновацион технополиста хеҙмәт итәсәк. Егеттәрҙең барыһы ла республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттарында уҡыған, ғилми эш менән шөғөлләнгән, ҡаты һайлап алыуҙар үткән.

Ғилми ротала хеҙмәт итәҒилми ротала хеҙмәт итә
Ғилми ротала хеҙмәт итә

Хеҙмәткә алыныусылар араһында Мишкә ауылы егете Азат Бикмөхәмәтов та бар.
Һалдаттарға талаптар юғары була. Улар уртаса балл менән дүрт ярымдан кәм булмаған дипломға, программалау оҫталығына эйә булырға, мәғлүмәттәр базаһы һәм график редакторҙар менән эшләй белергә тейеш. Тимәк, егеттәр илде үҙҙәренең белемдәре, аҡылдары менән һаҡлаясаҡ. 2014 йылдан алып республиканан ғилми роталарға 110 кеше ебәрелгән. Уларҙың күбеһе килешеү төҙөп, Ҡораллы Көстәр сафында ғилми эшмәкәрлеген дауам итә.
Азат 1999 йылдың 28 майында Сания һәм Фәнәүи Бикмөхәмәтовтар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Бәләкәй саҡтан теүәл фәндәрҙе ярата. Тырышып уҡый, “Йәш гвардия” ойошмаһы составында төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, фәнни конкурстарҙа, олимпиадаларҙа алдынғылыҡты бирмәй.
Мишкә ауылының Ф. Бүләков исемендәге 1-се лицейын алтын миҙалға тамамлағас, йәш егет Өфө дәүләт нефть техник университетында белем ала. Бында ла үҙен һынатмай. Иҡтисад, физика фәндәренән студенттар араһында үткәрелгән халыҡ-ара олимпиадала ҡатнашып, призер булыуға өлгәшә. Уҡыу йортонда үткәрелгән төрлө мәҙәни сараларҙың, фәнни-ғәмәли конференцияларҙың да уртаһында ҡайнай. Тырыш егет ПАО АНК “Башнефть”тең махсус стипендияһына лайыҡ була. Дүртенсе курста Азат Өфө ҡалаһында “Когалымнефтегеофизика” ойошмаһында практика үтә. Тырыш, аҡыллы егетте шунда уҡ күрәләр һәм артабан эшкә саҡыралар. Һуңғы курстарҙа Азат эшләп тә, уҡып та йөрөй. Университетты ул ҡыҙыл дипломға тамамлай. Ил алдында бурыс үтәр ваҡыт еткәс, Азат таныштарынан Анапа ҡалаһындағы “Эра” хәрби инновацион технополис тураһында белә һәм ҡыҙыҡһына башлай. Интернет селтәренән тулы мәғлүмәт таба һәм тап ғилми ротала хеҙмәт итергә теләк белдерә. Райондашыбыҙ бар һынауҙарҙы ла уңышлы үтеп, ғилми ротаға алына.
— Ғилми ротаға эләгеү — минең өсөн ҙур яуаплылыҡ. Ышанысты аҡлау өсөн бар тырышлығымды һаласаҡмын, — ти Азат.
Яҡташыбыҙға уңышлы хеҙмәт итеп ҡайтыуын теләйбеҙ.

Лилиә ХӘСӘНОВА.

Ғилми ротала хеҙмәт итә
Ғилми ротала хеҙмәт итә
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас