

Зариповтарҙың ғаилә бизнесына егерме йылдан ашыу. Улар ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүгә төп баҫым яһай. «Борай фермеры» бренды аҫтында 50-нән ашыу хәләл ит продукцияһы етештерәләр. Был марка райондан ситтә лә яҡшы билдәле. Ярымфабрикаттар экологик яҡтан таҙа, яңы продукттарҙан һәм үҙебеҙҙә етештерелгән тәбиғи иттән әҙерләнә. Продукцияның сифаты баҫыуҙан алып кәштәгә тиклем контролдә тотола һәм ул Борай районында һәм Өфө ҡалаһында «Борай фермеры» фирма магазиндарының үҙ селтәре аша һатыла.
Крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Рәмил Зарипов, “Һөнәрендә иң яҡшыһы” конкурсында еңеп, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Дипломы һәм аҡсалата премия менән бүләкләнә.
2021 йылда Рәмил Зарипов ғаилә фермаһында продукция эшкәртеүҙе артабан үҫтереү өсөн «Ғаилә фермаһы» программаһының «Симменталь тоҡомло һыйыр малы һатып алыу» проектында ҡатнаша. Хужалыҡ симменталь тоҡомло 90 баш тана һатып ала, фермер хужалығының техника паркы ла тулылана.
Гөлназ Ханова.