

Бөрө ҡалаһының күренекле шәхестәренең береһе – Илгиз Ғайсар улы Ҡәнзәфәров. Ул Дүртөйлө ҡалаһының 5-cе тикшереү изоляторы начальнигы булып эшләй. Архангел районынан килеп Бөрөнө төйәк иткән, ҙур дәрәжәләргә өлгәшкән шәхес менән яҡындан танышыу маҡсатында уны осрашыуға саҡырҙыҡ. Йылы мөнәсәбәттә барған һөйләшеүҙә Илгиз Ғайсар улы бала сағы, студент йылдары, ғаиләһе, күңелен биреп эшләгән эше тураһында һөйләне, тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Уның менән булған әңгәмәне һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ, ҡәҙерле гәзит уҡыусылар.
— Илгиз Ғайсар улы, үҙегеҙ тураһында һөйләп китһәгеҙсе.
— Мин Архангел районы Тирәкле ауылында тыуып үҫтем. Урта белем алғас, Өфө ҡалаһының төҙөлөш техникумына уҡырға индем. II курсты тамамлағас, Пермь крайына әрме хеҙмәтенә алдылар. Армияла саҡта мин төҙөүсе, архитектор түгел икәнлегемде аңланым һәм үҙемдең кем буласағымды билдәләнем. Хеҙмәтемде тултырып ҡайтҡас, 1990 йылда, милицияға эшкә урынлаштым, ике йылдан һуң миңә Өфө юридик институтына уҡырға йүнәлтмә бирҙеләр. Унда биш йыл уҡып, юрист һөнәрен үҙләштереп, Бөрө районына эшкә килдем. Бирелә 1996 йылдың сентябренән алып 2005 йылға тиклем эшләнем. Өс йылдан тикшереү изоляторы начальнигы булдым. Артабан Дүртөйлө районына күсерҙеләр, унда алты йыл эшләгәндән һуң, Өфө ҡалаһына алдылар. Өфөлә ете йыл хеҙмәт иткәс, кире Дүртөйлөгә ҡайттым һәм бөгөнгәсә ошонда эшләйем.
— Һеҙҙең бала сағығыҙ нисек үтте?
— Бала сағым ауылда уҙҙы. Унда эш күп була торғайны, шуға күрә бәләкәй саҡтан хеҙмәттә сынығып үҫтем. Баҡалы ауылының урта мәктәбендә 3-сө класты уҡығас, 4-се класҡа Тирәкле ауылына күстем. 9-сы класта һабаҡ алыуымды яңынан Баҡалы ауылында дауам иттем. Буш ваҡыттарымда спорт менән шөғөлләндем. Мәктәптә уҡыған саҡта иң яратҡан фәндәрем физкультура менән тарих булды.
Атай-әсәйем миңә сабый сағымдан уҡ бик яҡшы тәрбиә бирҙе. Улар ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләне. Атайым Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлап, Баҡалы мәктәбендә тарих, физкультура һәм хеҙмәт дәрестәрен алып барҙы. Ә әсәйем, Гөлфинә Нурислам ҡыҙы, Бөрө педагогия институтында белем алған. Ул үҙе Архангел районынан. Тирәкле ауылының башҡорт мәктәбендә биология һәм химия фәндәрен уҡытты. Һуңынан Бөрө ҡалаһына күскәс, 4-се мәктәптә башҡорт теле дәресен алып барҙы.
— Эшегеҙҙә ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға тура килде?
— Әрме сафында хеҙмәт иткән, милицияла эшләгән, тырышып уҡыған кеше булараҡ, эшемә тәжрибәле һәм аңлы рәүештә килдем. Шуға күрә әллә ни ҙур ҡыйынлыҡтар килеп тыуманы. Барыһы ла миңә еңел бирелде, сөнки быға әҙер инем.
— Эшегеҙ тураһында айырым мәҡәлә яҙырға булалыр, шулай ҙа әҙерәк һөйләп китегеҙ әле.
— Беренсенән, үҙемдең коллективым тураһында әйткем килә. Бик ҡәнәғәтмен. Улар барыһы ла үҙ һөнәрен белгән, яҡшы һәм тырыш кешеләр. Икенсенән, енәйәтселәргә килгәндә, улар араһында төрлө кешеләр осрай: ҙур енәйәт менән ултырғандары ла, уйламайынса башҡарылған эштәр менән дә. Һуңғы йылдарҙа хоҡуҡ боҙоусылар күпкә аҙайҙы. Был бик ҡыуандыра.
— Белеүебеҙсә, һеҙҙең өс дипломығыҙ бар.
— 2001 йылда Башҡортостан дәүләт идара итеү академияһын, 2008 йылда Рязань юғары академик курстарын тамамланым.
— Илгиз Ғайсар улы, ғаиләгеҙ тураһында бер нисә һүҙ әйтеп үтегеҙ әле.
— Ғаиләлә беҙ дүрт кеше: тормош иптәшем, улым һәм ҡыҙым. Римма Марат ҡыҙы менән 1997 йылда таныштым. Ҡатынымдың әҙәпле, итәғәтле булыуы бик ныҡ оҡшаны. Ул Өфө ҡалаһында финанс колледжын тамамлаған, банк системаһында эшләне. Әлеге ваҡытта балалар баҡсаһында хеҙмәт юлын дауам итә.
Улымдың исеме – Азамат. Ул Рязань ҡалаһында федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең хоҡуҡ һәм идара итеү академияһын тамамланы һәм әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ тәрбиә колонияһында эшләп йөрөй. Бигерәк тә спорт менән шөғөлләнергә ярата, хатта 11-се класты тамамлағанда уның еңел атлетика буйынса “Спорт мастеры кандидаты” исемле дәрәжәһе бар ине. Ҡыҙымдың исеме — Азалия. Ул быйыл урта мәктәпте тамамлап, Өфө фән һәм технологиялар университетының юридик институтына уҡырға инде.
— Балаларығыҙ башҡортса беләме, ғаиләгеҙҙә туған телдә һөйләшәһегеҙме?
— Эйе, беҙ ғаиләлә туған телдә һөйләшәбеҙ. Балаларыбыҙ ҙа өйҙә лә, туғандар менән дә туған телдә аралаша. Минеңсә, һәр кеше үҙ телен белергә, ихтирам итергә, яратырға тейеш.
— Тормошоғоҙҙан ҡәнәғәтһегеҙме?
— Мин бөгөнгө эшем менән ҡәнәғәтмен. Ваҡытында ошо юлды һайлағаныма үкенмәйем. Эшемдең һөҙөмтәләре лә бар: «Хеҙмәт батырлығы өсөн» 1-се, 2-се, 3-сө дәрәжә миҙалдары, ә 2008 йылда Салауат Юлаев ордены менән бүләкләндем. Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау ҡағыҙҙары ла бихисап. Күптән түгел, мәҫәлән, республика Башлығы ҡулынан Почет грамотаһы алдым.
— Йәштәргә ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
— Атай-әсәйҙәрҙе тыңларға, хөрмәт итергә, ярҙамлашырға, тырышып уҡырға кәңәш итер инем. Буш ваҡытты буш үткәрергә ярамай. Эштән бер ҡасан да ҡурҡырға кәрәкмәй. Шул саҡта ғына үҙ тормошоңда юғары дәрәжәләргә өлгәшергә мөмкин. Тиккә генә боронғолар «Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан», тимәгән.
— Илгиз Ғайсар улы, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙгә киләсәктә һаулыҡ, яуаплы эшегеҙҙә уңыштар, ғаиләгеҙҙә бәхет, шатлыҡтар тулып торһон!
Аделина ШӘМСИЕВА
менән Илшат ҠАЗЫХАНОВ әңгәмәләште.