

Балаларҙы Яңы йыл байрамы менән ҡотлап район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Инзилә Ғасимйәнова иң ихлас теләктәрен еткерҙе. Сараны ойоштороуҙа иғәнәсе ярҙамы күрһәтеүселәргә Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы саҡырғанға тиклем Балалар ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре төрлө әкиәт геройҙары булып, балаларҙы мөғжизәгә бай сихри әкиәт донъяһына алып инде.
Күркәм сара мәҙәниәт йорто фойеһында ҡупшы шыршы тирәләй йыр-бейеүҙәр, күңелле уйындар менән дауам итте. Балалар ижады үҙәге, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе хеҙмәткәрҙәре ойошторған мауыҡтырғыс уйындарҙа балалар ихлас ҡатнашты.
Ҡыш бабай байрамда ҡатнашыусыларға бүләктәр, күстәнәстәр һәм күтәренке кәйеф өләште.
Фирғәт Нәбиуллин.