Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
22 Декабрь 2022, 11:55

Солтанайҙа йомғаҡлау йыйылышы үтте

#Урындағыбашланғыстарҙыяҡлаупрограммаһы2023 #Асҡынрайоны #Солтанайауылы Солтанай ауылы халҡы  Ял паркы төҙөргә ниәтләп, Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашырға теләк белдергәйне.

Солтанайҙа йомғаҡлау йыйылышы үттеСолтанайҙа йомғаҡлау йыйылышы үтте
Солтанайҙа йомғаҡлау йыйылышы үтте

Бөгөн ошо мәсьәлә буйынса йомғаҡлау йыйылышы үтте. Сарала район Советы секретары Рима Шамил ҡыҙы Нәбиуллина, ауыл биләмәһе башлығы Флүр Фәнүз улы Әминев һәм ауыл халҡы ҡатнашты.

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы ярҙамында хәл ителәсәк объект һайланды — Ял паркын төҙөкләндереү өсөн төҙөлөш материалдары һәм кәрәкле инвентарь һатып алыу күҙ уңында тотола.

Йыйылышта 10 кешенән торған инициатив төркөм һайланды.

Йыйылыштан һуң инициатив төркөмдөң беренсе ултырышы  үтте һәм ағзаларға йөкләмәләр бирелде. Улар алдында ҡуйылған маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы һәм ныҡышмалы эш тора.

Илһөйәр Махатова.

Солтанайҙа йомғаҡлау йыйылышы үтте
Солтанайҙа йомғаҡлау йыйылышы үтте
Солтанайҙа йомғаҡлау йыйылышы үтте
Солтанайҙа йомғаҡлау йыйылышы үтте
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас