

Герой исемен йөрөткән мәктәптәр менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында октябрҙә Янағош белем усағында Борай районының Оло Баҙраҡ ауылы мәктәбенең бер төркөм уҡыусылары ҡунаҡта булып киткәйне. Был проектҡа нигеҙ һалыусы һәм йән өрөүсе Оло Баҙраҡ мәктәбе директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Римма Насип ҡыҙы Әхмәтйәнова булды.
Мәктәбебеҙ Советтар Союзы Геройы, Рейхстагҡа беренселәрҙән булып әләм ҡаҙаусы Ғази Ҡазыхан улы Заһитов исемен йөрөтөүенә сикһеҙ ғорурланған уҡыусылар ҡунаҡтарҙы матур итеп ҡаршы алды. Батырыбыҙ тураһында күргәҙмәләр әҙерләп, бай мәғлүмәт еткерҙе, шулай уҡ яҡташтарыбыҙ: Советтар Союзы Геройы Мәхмүт Сафа улы Аҡтуғанов, Социалистик Хеҙмәт Геройы Хәйернас Ильяс улы Чикаев, «башҡорт Левитаны» Ғлимнур Хөснийәр улы Бикбулатов тураһында ла һөйләне. Ҡунаҡтар Советтар Союзы Геройы Тажетдин Баһаутдин улы Ғиләжетдинов исемендәге Оло Баҙраҡ мәктәбе тураһында бай мәғлүмәт алып килгән. Ғази Заһитовтың һәйкәленә макет эшләп, Янағош музейына бүләк итеүҙәренә бигерәк ҡыуандыҡ.
Геройҙар исемен йөрөткән ике мәктәп яңы ғына үрелә башлаған дуҫлыҡ ебен өҙмәҫкә һүҙ ҡуйышып, таралышты. Һәм әйткән һүҙҙәрен бер кем дә боҙманы, йылы осрашыу тағы ла ҡабатланды. Күптән түгел Янағош мәктәбе уҡыусыларының “Йәш армия” хәрәкәте ағзалары тарих уҡытыусыһы Венир Бикбулатов һәм мәктәп директорының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Таңсулпан Бикбулатова етәкселегендә Оло Баҙраҡ мәктәбенә барҙы. Янағош ауылының Ғази Заһитов исемендәге тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе Айрат Заһитов та, район гәзите хәбәрсеһе Зәлиә Ғатина ла беҙҙең сәфәргә ҡушылды.
Оло Баҙраҡ ауылына сәйәхәтебеҙ Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар һәм Еңеү менән ҡайтҡандар, шулай уҡ тыл ветерандары һәм Советтар Союзы Геройы Тажетдин Баһаутдин улы Ғиләжетдинов иҫтәлегенә асылған мемориаль комплекстан башланды. Артабан мәктәпкә юлландыҡ. Баҙраҡ ауылы тарихы менән таныштырҙылар. Артабанғы экскурсиябыҙ мәктәптең тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында дауам итте. Гөлшат Садиҡова Тажетдин Ғиләжетдинов тураһында төплө өйрәнелгән, документтар менән нығытылған телмәр тотто. Музейҙың яртыһынан күберәк урынды Тажетдин Баһаутдин улының тормош юлын өйрәнгән мәғлүмәт биләгән. Баҙраҡ ауылы халҡының геройҙарын онотмауы, ҙур ихтирам менән иҫкә алыуы оло мәртәбә.
Осрашыуыбыҙҙы дауам итеп, мәктәп балалары әҙерләгән “Дуҫлыҡ күпере” тип исемләнгән музыкаль композиция башланды. Дәртле бейеүҙәр, Тыуған ил, тыныслыҡ тураһындағы йырҙар рухи күтәренкелек, илһөйәрлек хисен уятты.
Кисә аҙағында янағоштар ихлас ҡунаҡсыллыҡҡа яуап итеп, телмәр тотто. Айрат Нәғим улы музейҙың күсмә экспонаттарын күрһәтте, батырыбыҙ Ғази Заһитов тураһында һөйләне, иҫтәлеккә геройыбыҙ тураһында китаптар бүләк итте. Венир Нурулла улы Мишкә районының Советтар Союзы Геройҙары тураһында мәғлүмәт бирҙе һәм Янағош мәктәбе исеменән районыбыҙ батырҙары тураһында брошюра тапшырҙы.
Янағош ауылында башланған дуҫлыҡ ебе Оло Баҙраҡ ауылында емерелмәҫ күпергә әйләнде. Дуҫлыҡ күпере йәш быуында яҡташ геройҙар өлгөһөндә илһөйәрлек тәрбиәләү, бай тарихыбыҙҙы өйрәнеүгә ҡоролған. Шундай тәрбиәүи саралар йышыраҡ булып торһон ине.
Таңсулпан Бикбулатова.
Мишкә районы.