

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған хәрби осоусыһы, осоусы-снайпер, полковник, Рәсәй Геройы Владимир Ришад улы Әлимов үҙенең 65 йәшлек юбилейын тыуған ерендә – изге Ҡариҙелендә ҡаршыланы.
Юбилей көнөн Владимир Ришад улы район хакимиәте етәкселеге менән берлектә райондың Тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейынан башланы. Бында легендар шәхес тураһында бик матур һәм иҫтәлекле экспонаттар һаҡлана, шәхси әйберҙәре лә байтаҡ тупланған (һүрәттә). Был юлы ла ул музей фондына бөтә орден-миҙалдарының имитациялары беркетелгән Рәсәй Геройы кителен тапшырҙы.
Геройҙы “Һеләүһен” хәрби-патриотик штабында юғары класс уҡыусылары, “йәш армиясы”лар көтөп алды. Владимир Ришад улы улар менән йылы аралашты, тоғролоҡ, намыҫ, яуаплылыҡ, Тыуған илде һөйөү хаҡында һөйләне. Үҙ сиратында, егеттәр ҙә тирҙа атыу, автоматты һүтеп-йыйыу буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте.
Ҡариҙел 1-се урта мәктәбендә лә осрашыу бик йәнле барҙы. Артабан район Мәҙәниәт һарайында Рәсәй Геройын ҡәҙерләп хөрмәтләнеләр. Владимир Ришад улының батырлығы хаҡындағы документаль фильмды ҡарағандан һуң сараны алып барыусы Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Евдокия Гагилева һорау-яуап ярҙамында тамашаны бик йәнле алып барҙы. Владимир Ришад улының тормош юлы, ғаиләһе, яҡындары яҡтыртылды, уны һабаҡташтары сәләмләне. Йыл һайын район кимәлендәге “Йыл уҡытыусыһы”, “Йыл тәрбиәсеһе” конкурсында абсолют еңеүсе һәм иң алдынғы уҡыусылар Герой исемендәге премияға лайыҡ була. Шуға ла төрлө йылдарҙа ошо премияны алған уҡытыусылар, уҡыусылар сығышы бик тулҡынландырғыс булды. Шулай уҡ райондың спорт комитеты рәйесе Владислав Семиряков та йыл һайын апрелдә Герой исемендәге волейбол турниры уҙғарылып килеүе хаҡында һөйләне.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиев тантаналы рәүештә Владимир Әлимовҡа генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Геройҙың күптәнге дуҫы, элекке район хакимиәте башлығы, хәҙер Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт ресурстары һәм экология министры урынбаҫары Илдар Вил улы Ғарифуллин да юбилей тантанаһында сығыш яһаны.
Икенсе көндө иртүк Владимир Ришад улы район делегацияһы менән берлектә капиталь ремонттан һуң Абыҙ ауылы клубын асыу тантанаһында ҡатнашты. Артабан улар Ҡариҙел күп функциялы ауыл клубында “Мин - патриот” тип аталған форумда, Еңеү һәм хәтер паркында ойошторолған Ватан Геройҙары көнөнә арналған митингыла сығыш яһаны.
Владимир Ришад улы Әлимов менән уҙған саралар район тарихы битендә сағыу эҙ ҡалдырҙы.
Гөлнара Солтанова.
Ҡариҙел районы.