Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
15 Декабрь 2022, 05:35

“Изге шишмә” шатлыҡ өләшә

Яңы ҡаҙансылар ғөрөф-ғәҙәттәрҙе мәңгеләштерә һәм йәш быуынға тапшыра

“Изге шишмә” шатлыҡ өләшә“Изге шишмә” шатлыҡ өләшә
“Изге шишмә” шатлыҡ өләшә

“Изге шишмә” фольклор коллективы Яңы Ҡаҙансы ауыл клубы эргәһендә мәҙәни саралар ойоштороусы Рида Заманова тарафынан 2020 йылда ойошторола.

Төркөмдөң төп маҡсаты — кешеләргә шатлыҡ өләшеү генә түгел, ә онотолған халыҡ йырҙарын, уйындарын, бейеүҙәрен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен халыҡҡа еткереү, мәңгеләштереү һәм йәш быуынға тапшырыу.

  • Ауылыбыҙҙың мәҙәни тормошон йәнләндереп йәшәгән, йыр-моңға әүәҫ, бай күңелле кешеләр байтаҡ беҙҙә. Төркөмөбөҙ ауыл халҡын ысын мәғәнәһендә берләштерҙе: бөгөн коллектив ағзаһының иң өлкәненә — 86, иң йәшенә — миңә , 40 йәш. 16 кеше ҙур теләк менән ансамбль эшендә ҡатнаша. Ғаиләләре менән йөрөүселәр ҙә бар: ғүмерҙәрен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған Ямалия һәм Наил Ғариповтар — коллективыбыҙҙың йөҙөк ҡашы. Эльза менән Альберт Шакировтар — район, республика күләмендә ойошторолған сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы ғаиләләрҙең береһе. Ралия Сәлимова, Гөлүсә Ғайсина, Гөлфизә Мостафина, Рәдилә Ниғәмәтуллина, Әнисә Хөснуллина, Нәзифә Барыева, Гөлирә Дәүләтшина, Дамира Әхәтова, Әлфирә Исламова сығышын тамашасы көтөп ала. Ансамблде һүҙ оҫтаһы Миңлеғаян Сәлимов, һәр сарала әүҙем ҡатнашыусы Әлфиз Фәтхетдиновтан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Уларҙың һәр береһе тураһында оҙаҡ итеп һөйләргә мөмкин. Мин, коллектив етәксеһе булараҡ, сценарийҙар яҙам, уларҙы сәхнәгә ҡуям, — тип үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында бәйән итте коллективтың алыштырғыһыҙ етәксеһе Рида Заманова.

“Изге шишмә”ләр оҫталыҡтарын арттырып, репертуарҙарын халыҡ, заманса йырҙар менән даими тулыландырып тора, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Рухлы коллектив район хәбәрҙәре менән дә танышып бара, дәррәү район гәзиттәренә лә яҙылып ҡуйғандар.

Светлана Сәлмәнова.

“Изге шишмә” шатлыҡ өләшә
“Изге шишмә” шатлыҡ өләшә
“Изге шишмә” шатлыҡ өләшә
“Изге шишмә” шатлыҡ өләшә
“Изге шишмә” шатлыҡ өләшә
“Изге шишмә” шатлыҡ өләшә
“Изге шишмә” шатлыҡ өләшә
“Изге шишмә” шатлыҡ өләшә
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас