Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
14 Декабрь 2022, 04:45

Маҡтауға лайыҡ уҡыусы

Нурзидә Таһирова Асҡын 1-се мәктәбенең 6-сы класында белем ала. Төлгөҙбаш ауылынан йөрөп уҡый. Ул мәктәптә яҡшы өлгәшеүе, өлгөлө тәртибе, кластан тыш сараларҙа әүҙем булыуы менән маҡтауға лайыҡ уҡыусы.

Маҡтауға лайыҡ уҡыусыМаҡтауға лайыҡ уҡыусы
Маҡтауға лайыҡ уҡыусы

Нурзидә уҡыуҙа “дүрт” һәм “биш” билдәләренә генә өлгәшә. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнә. Һәр дәрескә ентекле әҙерләнеп килә. Уңыштары байтаҡ тырыш ҡыҙҙың. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү конкурсында йыл һайын ҡатнашып, призлы урындар яулай ул. Бынан тыш төрлө интернет-викториналарҙа, республикала үткәрелгән төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Мәктәп, Гагарин кубогы олимпиадаларында йыл һайын призлы урындар яулай.

Алсаҡ, сабыр холоҡло, эшһөйәр ҡыҙҙы класташтары ла хөрмәт итә.

Ләйсән Ғәйнелйәнова.

Маҡтауға лайыҡ уҡыусы
Маҡтауға лайыҡ уҡыусы
Маҡтауға лайыҡ уҡыусы
Маҡтауға лайыҡ уҡыусы
Маҡтауға лайыҡ уҡыусы
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас