Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
12 Декабрь 2022, 15:15

50 йыл иңде-иңгә терәп

Бөгөн Ҡаракүл ауылында йәшәүсе ихтирамлы пар — Фәйзүнә һәм Тәлғәт Ғаяновтарҙы алтын туйҙары менән тәбрик иттеләр

50 йыл иңде-иңгә терәп50 йыл иңде-иңгә терәп
50 йыл иңде-иңгә терәп

Фәйзүнә Нурулла ҡыҙы һәм Тәлғәт Ғәлишан улын күркәм ғүмер байрамдары — ғаилә ҡороуҙарына 50 йыл тулыу айҡанлы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева һәм Яубүләк ауыл биләмәһе башлығы Флүр Фәнүз улы Әминев ҡотланы һәм изге теләктәрен еткерҙе.

Лайыҡлы хеҙмәт һәм тормош юлы үткән юбилярҙарға Эльза Ҡәҙим ҡыҙы район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улының ҡотлау открыткаһын, Флүр Фәнүз улы ауыл биләмәһе хакимиәте исеменән бүләк тапшырҙы.   Бар ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған Фәйзүнә Нурулла ҡыҙын барлыҡ уҡыусылары исеменән Асҡын мәғлүмәт үҙәгенең “Ышаныч” гәзите бүлегендә эшләүсе уҡыусыһы Сөмбөл Әсләмова ла ҡотлап, оло рәхмәттәрен һәм хөрмәтен белдерҙе.

Хоҙай биргән оло бүләк бит ул

Тигеҙлектә ғүмер итеүҙәр.

Яҙмыш һалған урау юлдарҙан

Иңде-иңгә терәп үтеүҙәр.

Тағын бик күп йылдар тигеҙлектә

Һоғланғыс пар булып йәшәгеҙ.

Сәләмәтлек ныҡлы юлдаш булһын,

Балҡып торһон тормош сәскәгеҙ! 

50 йыл иңде-иңгә терәп
50 йыл иңде-иңгә терәп
50 йыл иңде-иңгә терәп
50 йыл иңде-иңгә терәп
50 йыл иңде-иңгә терәп
50 йыл иңде-иңгә терәп
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас