Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
8 Декабрь 2022, 06:10

Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый

Оло апайҙар ҡаҙҙың ите, майы ғына түгел, хатта мамығы ла, ҡанаты ла көнкүрештә бик файҙалы һәм  кәрәкле булыуын йәштәргә бәйән итте

Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурыйҠаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый
Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый

Солтанай ауыл мәҙәниәт йортонда фольклор сәғәте үтте. Унда ағинәйҙәр, ауылда үткән бер саранан да ситтә ҡалмаған әүҙем, рухлы гүзәл заттар йәш килендәрҙе ҡаҙ ҡанатынан таба майлай торған бумала йәки майлағыс эшләргә өйрәтте. Бындай бумалаларҙы уңған хужабикәләр элек-электән ҡоймаҡ бешергәндә таба майлау, бешкән ҡамыр ризыҡтарын йомшарып китһен өсөн майлағанда ҡулланған. Хәҙер ҡалала ғына түгел ауылдарҙа ла хужабикәләр бешеренгәндә магазиндан алынған синтетик бумалалар менән файҙалана. Ашаған ғына түгел, аш-һыу араһында ҡулланған әйберҙең дә организмға кире йоғонтоһо булмаһын өсөн ошондай тәбиғи майлағыстар эшләргә кәрәклеге тураһында һөйләне ағинәйҙәр.

Илһөйәр Махатова.

Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый
Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый
Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас