Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
6 Декабрь 2022, 06:10

“Йәшәү көсө бар әле!”

Халыҡ-ара инвалидтар көнөндә балтастар Борай районында үткән сарала ҡатнашты

“Йәшәү көсө бар әле!”“Йәшәү көсө бар әле!”
“Йәшәү көсө бар әле!”

Борай мәҙәниәт һарайында Татарстандан килгән талантлы йырсы, музыкант Закир Шаһбан һәм уның тормош иптәше, шағирә, йырсы Гөлүсә Шаһбан менән осрашыу үтте. Унда күрше-тирә алты райондан составында күреү һәләте сикле кешеләр булған делегациялар ҡатнашты. Балтастан сараға Илшат Дәүләтбаев менән Фәнүзә Садыҡова барҙы.

Осрашыу йылы мөхиттә үтте. Килгән ҡунаҡтар таланттарын күрһәтте, ихлас сығыш яһаны. Сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт, улар бар йөрәк йылыһын һәм хәстәрен биреп әҙерләнгән. Концерт, осрашыу күңелдәрҙә йылы хистәр һәм яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Был сара тағы ла бер уйланырға мәжбүр итте. Тормош мәшәҡәттәре артынан сапҡанда ярҙамға мохтаждарға иғтибар бүләбеҙме, ярҙам итәбеҙме, урынһыҙға ҡыйырһытманыҡмы?

Рифат Сафин.

“Йәшәү көсө бар әле!”
“Йәшәү көсө бар әле!”
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас