Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
6 Декабрь 2022, 11:25

Изге эшкә ихлас ҡушылдылар

Ошо көндәрҙә Яңы Ҡара ауылы халҡы районыбыҙҙан мобилизация буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәребеҙгә ярҙам йөҙөнән аҙыҡ-түлек һәм йылы әйберҙәр йыйып ебәрҙе.

Изге эшкә ихлас ҡушылдыларИзге эшкә ихлас ҡушылдылар
Изге эшкә ихлас ҡушылдылар

Был изге эште ауыл ағинәйҙәре ойоштора һәм ауыл халҡы ихлас ҡушыла. Һәр кем хәленән килгәнсә ярҙам итергә тырыша: йылы ойоҡбаштар, тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек, йыуыныу әйберҙәре байтаҡ ҡына йыйыла.

  • Районыбыҙҙан киткәндәргә, шулай уҡ үҙебеҙҙең ауылдан да хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егетебеҙгә ярҙам ебәреү эшен һаҡ ҡына башлағайныҡ, ауылдаштарыбыҙ ҙур теләк менән ҡушылды. Һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итте. Йыйылған әйберҙәрҙе, аҙыҡ-түлекте айырып тартмаларға тултырып, Асҡынға йыйыу пунктына илтеп тапшырҙыҡ. Изге ғәмәлгә ҡушылыусы ауылдаштарыма ағинәйҙәр исеменән оло рәхмәттәремде еткерәм. Ир-егеттәребеҙгә беҙ ебәргән әйберҙәрҙең барып етеүен, уларҙың һәр береһенең тыуған йортона иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ, — ти рухлы, әүҙем ағинәй, мәҙәни саралар ойоштороусы Гөлнара Шәмселислам ҡыҙы Шәйхинурова.

Илһөйәр Махатова.

Изге эшкә ихлас ҡушылдылар
Изге эшкә ихлас ҡушылдылар
Изге эшкә ихлас ҡушылдылар
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас