1993 йылдан 3 декабрь Халыҡ-ара инвалидтар көнө тип билдәләнә. Әлеге дата менән бәйле рәүештә декабрь башын инвалидтар декадаһы итеп үткәреү матур һәм кәрәкле йолаға әйләнде.
Физик мөмкинлектәре сикле булһа ла, күптәргә өлгө булып һәр көндөң йәмен һәм ҡәҙерен белеп йәшәй улар.
- Беҙ был көн уңайынан уларҙы ҡотлап, изге теләктәр теләп, бер нисәһенә ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙҙыҡ. Беҙҙең барыу ауылдаштарыбыҙ тормошона аҙ ғына булһа ла йәм өҫтәгәндер, күңелдәре булғандыр, тип уйлайым. Мөмкинлектәре сикле кешеләргә иғтибарлы булайыҡ, хәлдәрен аңларға, күңел ауаздарын ишетергә тырышайыҡ, ауыр саҡтарында тормоштарында терәк булайыҡ, — ти Мата ауыл клубы мөдире Эльвера Солтанова.
Фирғәт Нәбиуллин.