

Сара “Айыҡ ауыл” район конкурсы сиктәрендә уҙҙы. Байрамды мәҙәни саралар ойоштороусы Лилиә Сәмиғуллина ауыл ағинәйҙәре Фәниә Суфиянова,Фәзилә Хәбибуллина, Сөғдә Гәрәева, Заһидә Фәтхетдинова, Нәфисә Рәхимова, Гөлсинә Мирзина, әүҙем, йыр-моңға оҫта гүзәл заттар Ралия Әхмәтшина, Земфира Хәлитова, Илүсә Суфиянова, Алһыу Йосопова, Регина Ниғмәтйәнова ярҙамында үткәрҙе.
Халҡыбыҙ элек-электән баланға хөрмәт менән ҡараған. Ул тәмле ризыҡ та, дауалаусы ла, һаҡлаусы ла булған. Балан дауаламаған бер генә сир ҙә юҡлығына инанғандар. Ә күпме аш-һыу әҙерләп була унан! Ышаныуҙарға ҡарағанда, йорт эргәһенә ултыртылған балан ҡыуағы төрлө насар сир-зәхмәттән, күҙ тейеүҙән һаҡлай икән. Ошолар һәм баландың кеше сәләмәтлегенә файҙаһы, байтаҡ ауырыуҙарҙан бик һөҙөмтәле профилактик сара һәм дауа булып тороуы тураһында Лилиә Мәсһәр ҡыҙы һөйләне. Сөғдә Ҡәтифйән ҡыҙы менән Земфира Фәрит ҡыҙы балан тиреү, уны ҡышҡылыҡҡа нисек һаҡлау серҙәре менән бүлеште. Байрам йырҙар йырлап, таҡмаҡтар әйтеп, йомаҡ-мәҡәлдәр ҡулланып бик күңелле үтте. Солтанай башланғыс мәктәбе уҡыусыһы Денислам Сәмиғуллин да үҙе белгән көйҙәрҙе уйнап, ҡатнашыусыларҙы бейетте.
Байрамдың икенсе өлөшө сәй табыны артында дауам итте. Сараны ҡарарға килеүселәр, ҡатнашыусылар аш-һыуға оҫта гүзәл заттар бешереп алып килгән төрлө ҡамыр ризыҡтарынан ауыҙ итте. Һәр кем үҙе әҙерләгән аш-һыу рецебы менән уртаҡлашты. Аҙаҡта Венер хәҙрәт Әбдрәхимов Ҡөрьән аяттары уҡып, илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашыуын, махсус операцияға киткән ир-егеттәребеҙҙең иҫән-имен ҡайтыуын теләп доға ҡылды.
Байрамса биҙәлгән залда бәйләмгә, сигеүгә маһир ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының ҡул эштәренән күргәҙмә лә ойошторолғайны.
Әйткәндәй, күптәр нервылары ҡаҡшауынан, ҡан баҫымы күтәрелеүҙән, атеросклероздан, ҡан тамырҙары ҡыҫылыуҙан баландың файҙаһын күрә. Балан емеше шулай уҡ бәүел ҡыуҙырғыс сара булараҡ та ҡулланыла. Тамаҡ шешеү, йүткереү, шешек, экзема кеүек ауырыуҙарҙан дауаланғанда баландың файҙаһы ҙур. Балан ҡайнатмаһы тән температураһын төшөрә, яралы урындарҙы тиҙ уңалтырға ярҙам итә.
Илһөйәр Махатова.