Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Декабрь 2022, 13:00

Һәләтле егет конкурста ҡатнашты

Илнар Сәләхетдинов сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикле балалар араһында ойошторолған район, район-ара, республика конкурстарында даими ҡатнашып, грамоталар, дипломдар менән  бүләкләнә.

Һәләтле егет конкурста ҡатнашты
Һәләтле егет конкурста ҡатнашты

Кисә Үрге Тәтешле ауылының район Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә “Ҡояш барыһы өсөн дә” тип аталған сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикле балалар һәм үҫмерҙәрҙең 2-се район сәнғәт фестивале үтте.  Сара “Пространство без границ” фестивале сиктәрендә Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә бағышланып, үҙенсәлекле балаларҙың ижади һәләттәрен асыҡлау һәм үҫтереү маҡсатында ойошторолдо.

Бәйгелә балалар һәм үҫмерҙәр үҙҙәренең төрлө яҡтан һәләтен күрһәтте. Фестивалдә районыбыҙҙың  Солтанай ауылынан Илнар Сәләхетдинов та ҡатнашып сығыш яһаны һәм диплом менән бүләкләнде. Бөгөн ул Асҡында үткән “Өмөт фәрештәләре-2022” фестивалендә лә ҡатнаша.

Илнар Солтанай ауылында күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнә. Асҡын 2-се урта мәктәбенең 10-сы класында белем ала. Һәләтле үҫмер мәктәптә, ауыл мәҙәниәт йортонда үткәрелгән концерттарҙа, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Уның апайҙары ла йыр-бейеүгә һәләтле.  

Илнар Сәләхетдинов сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикле балалар араһында ойошторолған район, район-ара, республика конкурстарында даими ҡатнашып, грамоталар, дипломдар менән  бүләкләнә.

Илһөйәр Махатова.

Һәләтле егет конкурста ҡатнашты
Һәләтле егет конкурста ҡатнашты
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: