Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Декабрь 2022, 14:45

Балтас уҡыусылары алдында — Даниил Спиваковский

Район Мәҙәниәт һарайында мәктәп уҡыусылары “Пушкин картаһы” программаһы буйынса моноспектакль ҡараны. Улар алдында Рәсәйҙең танылған театр һәм кино актеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Даниил Спиваковский сығыш яһаны.

Балтас уҡыусылары алдында — Даниил Спиваковский
Балтас уҡыусылары алдында — Даниил Спиваковский

Даниил Иванович тамашасылар өсөн рус һалдатының һәм армияһының бөйөклөгө, халыҡтың  ҡаһарманлығы, илһөйәрлеге тураһында “Ә беҙгә бер Еңеү кәрәк” моноспектаклен әҙерләгән.

Әхлаҡи үҫеш, ватансылыҡ тәрбиәләү, шәхесте формалаштырыу мәсьәләләре  һәр ваҡыт йәмғиәттең иғтибар үҙәгендә булды.  Хәҙерге ваҡытта йәшәйешебеҙҙә мәрхәмәтһеҙлек, көс ҡулланыу йыш осрағанда гражданлыҡ-патриотик тәрбиә проблемаһы бик көнүҙәк.

Фирғәт Нәбиуллин.  

Балтас уҡыусылары алдында — Даниил Спиваковский
Балтас уҡыусылары алдында — Даниил Спиваковский
Балтас уҡыусылары алдында — Даниил Спиваковский
Балтас уҡыусылары алдында — Даниил Спиваковский
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: