Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Декабрь 2022, 10:45

Афарин, Әмир!

Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбе уҡыусыһы Әмир Мәғзүмов конкурста еңеү яуланы.

Афарин, Әмир!
Афарин, Әмир!

Башҡортостан Республикаһының Милли музейы 6-11-се класс уҡыусылары араһында “Өфө музейҙары уҡыусылар күҙлегенән” темаһына эссе конкурсы үткәрҙе. Ул Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылына бағышланған.

Конкурс уҡыусыларҙа мәҙәниәт тарихына, республиканың һәм илдең мәҙәни объекттарына хөрмәт һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатында үткәрелә. Әлеге бәйгелә Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Әмир Мәғзүмов ҡатнашып, “Тарих һәм мәҙәниәт һәйкәлдәрен популярлаштырыуға өлөш индергән өсөн” номинацияһында еңеү яуланы. Әмирҙе конкурсҡа уҡытыусыһы Гөлназ Фазлыева әҙерләне.

Фирғәт Нәбиуллин.

Афарин, Әмир!
Афарин, Әмир!
Афарин, Әмир!
Афарин, Әмир!
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: