Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Декабрь 2022, 16:20

Юл хәүефһеҙ булһын!

Баш ҡала халҡы хәлде аңлап ҡабул итһен ине.

Юл хәүефһеҙ булһын!
Юл хәүефһеҙ булһын!

Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалабыҙҙа светофор объекттарын яңыртыу дауам итә. Мәғлүм булыуынса, интеллектуаль транспорт системаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) ярашлы ғәмәлгә индерелә.

Әле Өфөлә яңы юл контроллерҙарын һәм транспорт детекторҙарын алмаштыралар, светофорҙарҙы монтажлайҙар. Ошо йүнәлештәге эш Октябрь проспектында, Менделеев, Жуков, Рәсәй урамдарында бара. Йыл аҙағына тиклем “Өфөгорсвет” муниципаль электр селтәрҙәре предприятиеһы белгестәре юл саттарындағы 50 светофорҙы яңырта.

Монтажлау һәм көйләү ғәмәлдәрен светофорҙарҙың эшен туҡтатмайынса башҡарыу мөмкин түгел.

– Халыҡтан уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итеүҙе үтенәбеҙ. Файҙаланыуға тапшырыу-көйләү эштәре тамамланып, идара итеүҙең адаптив системаһына тоташтырылғандан һуң светофорҙарҙың эш режимы юлдағы хәлде яҡшыртыуға, тығындарҙы кәметеүгә һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыуға булышлыҡ итәсәк, – тине “Өфөгорсвет” предприятиеһының баш инженеры урынбаҫары Фәрух Садиҡов.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: ufacity.info/press/news

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/361363#scroll

 

Автор:Лилия Давлетбакова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-12-01/yul-h-ef-e-bul-yn-3053489
Юл хәүефһеҙ булһын!
Юл хәүефһеҙ булһын!
Автор:
Читайте нас: