Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Ноябрь 2022, 10:15

Балтастар — республика конкурсы лауреаттары

Йәш йондоҙсоҡтарыбыҙға киләсәктә лә ижади уңыштар юлдаш булһын!

Балтастар — республика конкурсы лауреаттары
Балтастар — республика конкурсы лауреаттары

Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылына бағышланған “Алтын даға” балалар сәнғәт мәктәптәре һәм мәҙәниәт өлкәһендә һөнәри белем биреү учреждениелары араһында фольклор башҡарыусылары һәм коллективтарының республика конкурс-фестивале үтте.

Был конкурста Иҫке Балтас Балалар сәнғәт мәктәбенең Рая Хамаева, Рәзидә Әхмәтова һәм концертмейстер Илшат Нурҡаев уҡыусылары ла ҡатнашты.

Бәйгелә барлығы 300-ҙән ашыу ҡатнашыусы үҙ һәләтен һынаны. Уларҙың сығышын Башҡортостандың күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре баһаланы.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса халыҡ йырҙарын яңғыҙ  башҡарыу номинацияһында Әмирә Шакирова, Илнар Шәйдулов, Данис Ғәйфуллин, Зарина Сәлихова — 2-се дәрәжә, Аделина Хәйруллина 3-сө дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Рөстәм Ғәлимйәнов, Алина Сафина, Юлиә Хәмәтова, Арина Хисамова, Асҡар Ғәлиев, Сөмбөл Солтанғәлиева һәм Линара Закирова — дипломанттар.

Шулай уҡ Дарья Изибаирова, Айрина Мәхийәнова һәм Әмир Ғәлиев әүҙем ҡатнашҡан өсөн диплом менән бүләкләнде.

Йәш йондоҙсоҡтарыбыҙға киләсәктә лә ижади уңыштар юлдаш булһын!

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтастар — республика конкурсы лауреаттары
Балтастар — республика конкурсы лауреаттары
Балтастар — республика конкурсы лауреаттары
Балтастар — республика конкурсы лауреаттары
Балтастар — республика конкурсы лауреаттары
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: