

Ауылдарҙа гөрләп Ҡаҙ өмәләре үтә. Уңған хужабикәләр йәй буйы үҫтергән ҡош-ҡорттарын сала, өмәләр яһай. Солтанай ауылында йәшәүсе егәрле хужабикә Эльза Йосопова ла ялда туғандары, күршеләре ярҙамы менән өмә үткәрҙе.
— Ҡаҙ үҫтереү еңелдән булмаһа ла, байтаҡ йылдар инде яратып аҫрайым үҙҙәрен. Күстәнәс итеп балаларға, туғандарға ебәрәм, итен үҙебеҙ ҙә бик яратып ашайбыҙ. Күршеләремә, апайымдарға ҙур рәхмәт, йыл да шулай көҙөн йыйылышып, күңелле итеп өмәләр үткәрәбеҙ, — ти Эльза Тимерша ҡыҙы.
Ҡаҙ өмәһе кеүек берҙәмлекте, татыулыҡты сағылдырған байрамдар ауылдарыбыҙҙа йыл да шулай үтеп торһон.
Илһөйәр Махатова.