Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
21 Ноябрь 2022, 06:05

Ҡаракүлдә Ҡаҙ өмәһе үтте

"Туғандарың, күршеләрең, ауылдаштарың менән ихлас аралашып, бер-береңә ярҙам итеп, өмәләрҙе бергә үткәреү тормошобоҙҙо тағы ла йәмлерәк һәм мәғәнәлерәк итә", — ти Мәрзиә Мөғәллимова.

Ҡаракүлдә Ҡаҙ өмәһе үттеҠаракүлдә Ҡаҙ өмәһе үтте
Ҡаракүлдә Ҡаҙ өмәһе үтте

Ҡаҙ өмәһе — халҡыбыҙҙың көҙ аҙағында йәки ҡыш башында яратып башҡарған йола байрамдарының береһе. Ҡаҙ өмәһе – ул матур итеп аралашыу, күңел асыу, ҡатын-ҡыҙҙарға уңғанлыҡтарын, оҫталыҡтарын күрһәтеү сараһы ла булып тора. Ял көнөндә  шундай матур өмәләрҙең береһе Ҡаракүл ауылында йыл да күпләп ҡош-ҡорт аҫраусы Мәрзиә Мөғәллимова хужалығында үтте.

Мәрзиә Ғлимхан ҡыҙы — ауылдың иң уңған, булдыҡлы гүзәл заттарының береһе. Ата-әсә нигеҙен һыуытмай, туғандарын берләштереп, туғанлыҡ ептәрен нығытып, тыуған ауылында тырышып донъя көтә. Ҡаҙ өмәһенә лә бер туған һеңлеләре Мәдәниә, Йәүһәриә, ағаһының ҡыҙы Лилиә һәм күршеләре, ауылдаштары теләп килде.

Өмәселәрҙең теләк-фатихалары, еңел ҡулы менән эш ырамлы һәм күңелле барҙы. Оҙаҡ ваҡыт та үтмәне 20-нән артыҡ ҡаҙҙы йолҡоп, эстәрен алып, баш-аяҡтарын таҙартып та ҡуйҙылар. Күл буйынан уларҙы сайҡап ҡайтыуға өмәселәрҙе Мәрзиә апай тәмле ҡаҙ ҡоймағы, ҡаҙ итенән ҡайнар аш, өҫтәл тулы ризыҡ менән көтә ине.

  • Туғандарың, күршеләрең, ауылдаштарың менән ихлас аралашып, аш-һыуға йөрөшөп, бер-береңә ярҙам итеп, өмәләрҙе бергә үткәреү тормошобоҙҙо тағы ла йәмлерәк һәм мәғәнәлерәк итә, — ти киң күңелле, бар эшкә лә оҫта хужабикә Мәрзиә Мөғәллимова.

Илһөйәр Махатова.

Ҡаракүлдә Ҡаҙ өмәһе үтте
Ҡаракүлдә Ҡаҙ өмәһе үтте
Ҡаракүлдә Ҡаҙ өмәһе үтте
Ҡаракүлдә Ҡаҙ өмәһе үтте
Ҡаракүлдә Ҡаҙ өмәһе үтте
Ҡаракүлдә Ҡаҙ өмәһе үтте
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас