

Унда сараның мәртәбәле ҡунағы — Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаев, район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов, китаптың автор-төҙөүсеһе Ғаяз Фазетдин улы Минғазов һәм башҡа райондарҙан килгән вәкилдәр ҡатнашты.
Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы китаптың райондың 90 йыллығына арналып нәшер ителеүен һәм баҫманың район үҫеше этаптары, беҙҙең яҡтың административ-территориаль төҙөлөшө, урындағы халыҡтың этник тарихы тураһындағы очерктар йыйынтығын тәшкил итеүен билдәләп үтте.
Китап авторы Ғаяз Фазетдин улы баҫманың йөкмәткеһе тураһында ҡыҫҡаса һөйләне һәм уны төҙөүҙә, нәшер итеүҙә ярҙам күрһәткәндәргә — район хакимиәтенә, йөҙҙән ашыу райондашыбыҙға, шулар иҫәбендә Башҡортостан Республикаһы Мәҙәни программалар дирекцияһы етәксеһе Гөлнара Юринаға, “Баяр-Тау” хәйриә фонды директоры Риваль Сәлимовҡа һәм башҡаларға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Автор ҙур тикшеренеү һәм эҙләнеү эше алып барып, бай мәғлүмәт тупланған китап өҫтөндә 10 йыл эшләй.
Динис Рәдис улы Урал Таһир улына Асҡын районы тураһындағы китапты иҫтәлеккә бүләк итте.
Илһөйәр Махатова.