

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыуға конкурс нигеҙендә республика бюджетынан аҡсалата ярҙам бүлеүҙе күҙаллай. Иң мөһиме, унда халыҡ әүҙем ҡатнашырға һәм ул һайлаған проект биләмәлә өҫтөнлөклө проблеманы хәл итергә йүнәлтелгән булырға тейеш.
Ошо көндәрҙә Солтанай мәҙәниәт йортонда ауылда көнүҙәк булған проблеманы һайлап проектты раҫлау маҡсатында ауыл халҡы, район хакимиәте, ауыл биләмәһе вәкилдәре ҡатнашлығында йыйылыштар үтте. Унда һәр һорау, тәҡдим ентекле тикшерелде. Халыҡ теләген иҫәпкә алып, фекер алышҡандан һуң, күпселек тауыш менән ауылда Ял паркы төҙөү мәсьәләһе һайланды. Ауыл уртаһында балалар һәм ололар өсөн уңайлы ял урыны ойоштороу мөмкинселеге бар. Солтанайҙар Ял паркын шул тирәлә урынлашҡан балалар майҙансығы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск менән берләштереп, кәртәләп алып, спорт ҡорамалдары менән йыһазландырып, эскәмйәләр ҡуйып, артабан биләмәне йәшелләндереү тәҡдимен индерҙе.
Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы ярҙамында хәл ителәсәк объект һайланды. Хәҙер проектты тормошҡа ашырыу өсөн ауыл халҡының һәм сығышы менән Солтанайҙан булған яҡташтарҙың ауылды төҙөкләндереүгә, матурлауға йүнәлтелгән күркәм эштә әүҙем ҡатнашыуы мөһим. Шулай булғанда проекттың республика этабында еңеп сығыуына ышаныс бар.
Илһөйәр Махатова.