

Бөгөн Борай районының “Океан” бассейнында Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе беренселегенә йөҙөү буйынса ярыштар үтте. Асҡын районынан “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры Илһам Мәрүән улы Нурмөхәмәтов етәкселегендә команда ҡатнашып, биш призлы урын яуланы.
Бәйгелә Асҡын, Балтас, Борай, Мишкә, Ҡариҙел райондарынан ошо спорт төрөн үҙ иткән ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡатнашты. Ярыш дүрт йәш категорияһы буйынса ойошторолдо. Спортсылар йәш төркөмдәренә ҡарап 100, 50 һәм 25 метрға ирекле стилдә йөҙҙө. Тренер Рәмил Насретдинов тәрбиәләнеүселәре был юлы ла бәйгелә һынатманы.
Үҙ йәш категорияларында Гүзәл һәм Айдар Махатовтар — 1-се, Адель Сәмиғуллина — 2-се, Иллария Нурмөхәмәтова, Әмир Хәсәнов 3-сө урындарға лайыҡ булды.
Афарин, асҡындар! Киләсәктә лә яңынан-яңы еңеүҙәр, уңыштар юлдаш булһын һеҙгә!
Илһөйәр Махатова.