

Асҡын район Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыларының һәм уҡыусыларының “Рәсәй — Ватаным минең!” тип аталған патриотик концерты үтте. Сара махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрбиҙәребеҙҙе яҡлауға бағышланғайны. Йәш артистарҙың һәм уларҙың остаздарының илһөйәрлек рухындағы йырҙары, хореографик ансамблдәрҙең сағыу бейеүҙәре, вокаль-инструменталь ансамблдәрҙең ялҡынлы сығыштары тамашасылар күңеленә хуш килде. Сәхнәлә һуңғы йылдарҙа тәүге тапҡыр флейта һәм ҡаҡма музыка ҡоралдары яңғыраны.