Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Общие статьи
15 Ноябрь 2022, 09:55

Балтас спортсылары һынатмай

Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһында 10-17 йәшлек үҫмерҙәр араһында каратэ (киокусинкай) буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселеге һәм уның сиктәрендә Өфө ҡалаһының киокусинкай федерацияһы беренселеге уҙҙы.

Балтас спортсылары һынатмайБалтас спортсылары һынатмай
Балтас спортсылары һынатмай

Балтас районы данын тренер Евгений Андреев етәкселегендә “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексы тәрбиәләнеүселәре яҡланы.

Үҙ ауырлыҡ категорияларында 1-се урынды — Рияз Вәлиев, Эмиль Ғилметдинов, 2-се урынды  Риназ Хәсәнов, Алина Сафина, Назар Сираев, Вадим Ғарипов яуланы.

Гүзәл Субушева үҙен ярыштар судьяһы ролендә һынап ҡараны.

Тренер Евгений Артосовичты һәм йәш спортсыларҙы ҙур күләмдә үткән ярыштарҙа лайыҡлы сығыштары менән ҡотлайбыҙ!

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас спортсылары һынатмай
Балтас спортсылары һынатмай
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас