Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
11 Ноябрь 2022, 04:20

Иптәшлек шундай саҡта һынала

"Айырыуса Дамир ҡыуанды, сөнки ул ошо эш өсөн борсола ине”, - тип яҙа Гөлнара Солтанова

Иптәшлек шундай саҡта һыналаИптәшлек шундай саҡта һынала
Иптәшлек шундай саҡта һынала

Ҡариҙел район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре өлөшләтә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә юлланған Дамир Солтановтың ғаиләһенә ярҙам күрһәткән. Был хаҡта социаль селтәрҙә Дамирҙың тормош юлдашы Гөлнара Рәхмәт ҡыҙы хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, егеттәр тәүге килгәнендә утын бысҡан, ә был юлы шул утынды ярып биргән.

“Мөғәниф Абраров, Рөстәм Фәтхинуров, Айрат Резбаев барлыҡ утынды дәррәү генә ярып ҡуйҙы. Был изге эште Район мәҙәниәт йорто директоры Мирза Тәфкил улы Хөсәйенов ойошторҙо. Беҙҙең ғаилә уларға ҙур рәхмәт белдерә. Айырыуса Дамир ҡыуанды, сөнки ул ошо эш өсөн борсола ине”, - тип яҙҙы Гөлнара.

Әлеге ваҡытта Дамир Ростов өлкәһендә хәрби әҙерлек үтә. Ғаиләһе менән хәбәрләшеп тора. “Ул өлөшләтә мобилизация буйынса алынғас, коллегалары матди ярҙам күрһәтте, Ҡазанға ла барып ҡайтты. Рәхмәттән башҡа һүҙебеҙ юҡ”, - ти һалдат ҡатыны.

Изге эш башҡарған коллегаларға “Афарин!” тибеҙ, ә Дамирға тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтып, ғаиләһе, яҡындары менән осрашыу шатлығы кисерергә яҙһын!

Фотолар: Г. Солтанованың шәхси сәхифәһенән.

Сығанаҡ: Иптәшлек шундай саҡта һынала (bashgazet.ru)

Иптәшлек шундай саҡта һынала
Иптәшлек шундай саҡта һынала
Иптәшлек шундай саҡта һынала
Автор:
Читайте нас