Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
8 Ноябрь 2022, 07:35

Асҡындар 1-се Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәлә ҡатнаша

Бөгөн мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, ата-әсәләр, социаль хеҙмәткәрҙәрҙән торған Асҡын районы делегацияһы Өфөлә “Ҡаршылыҡтарҙы еңеп” тип исемләнгән 1-се Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәлә ҡатнаша. Сара “Торатау” Конгресс-холында үтә.

Асҡындар  1-се Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәлә ҡатнашаАсҡындар  1-се Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәлә ҡатнаша
Асҡындар 1-се Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәлә ҡатнаша

Был ҙур сара мөмкинлектәре сикле һәм инвалид балаларға белем биреү һәм һөнәри яҡтан үҫтереү, уларҙы физик культураға һәм спортҡа ылыҡтырыу, реабилитациялау өсөн шарттар тыуҙырыу маҡсатында ойошторола.

Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар күреү, ишетеү, хәрәкәт итеү органдары боҙолоуы менән ауырыған кешеләрҙе реабилитациялау өлкәһендәге яңылыҡтар, инновацион технологиялар һәм йыһаздар, йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу ысулдары менән танышасаҡ.

Форумда башҡарма властың федераль һәм төбәк органдары вәкилдәре, эксперттар, эшҡыуарҙар, белгестәр ҡатнашлығында төрлө темаларға дискуссия майҙансыҡтары, “түңәрәк өҫтәл”дәр, белем биреү семинарҙары, оҫталыҡ дәрестәре эшләйәсәк.

Асҡындар  1-се Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәлә ҡатнаша
Асҡындар  1-се Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәлә ҡатнаша
Асҡындар  1-се Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәлә ҡатнаша
Асҡындар  1-се Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәлә ҡатнаша
Асҡындар 1-се Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәлә ҡатнаша
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас