

һүҙебеҙ был көндө баландың файҙаһы, уны әҙерләүҙең халыҡҡа билдәле ысулдары тураһында ине. Ысынлап та, балан - сәләмәтлегебеҙҙе һаҡлау һәм туҡланыу өсөн Хоҙай тарафынан ебәрелгән бер хазина бит.
"Миләш" ҡыҙҙар ансамбле башҡарған "Балан", "Дуҫтарға" йырҙары кисәбеҙгә йәм өҫтәне. Һәр-бер сара Дәүләтшина Лена, Ғәйфуллина Фәнисә,Фәрәхетдинова Рәмзә, Хәсәнова Алия башҡарған моңло йырҙары менән урелеп бара, ә нәфис һүҙ оҫтаһы Мифтахетдинова Зөләйха һөйләгән шиғырҙар тамашасыларыбыҙ күңеленә үтеп ,байрамыбыҙға йәм бирә. Ниндәй байрам кисәһе бейеүһеҙ уҙһын инде: Эльвера менән Алияның татар бейеүен тамашасы көслө алҡыштарға күмде.
Был күңелле байрам кисәһенән балан бәлеше менән сәй эсеп таралыштыҡ, тип хәбәр итә культорганизатор Эльвира Солтанова.
Гөлназ Ғәлләмова.