

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 3 ноябрҙә асылған “Өфө – хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” стелаһы янында асыҡ һауалағы музей булдырырға ҡушты.
Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров республиканың баш ҡалаһында тағы бер яҡшы туристик нөктә булдырылды тине.
– Минеңсә, яҡшы эш башҡарҙыҡ. Был тыл эшсәндәренә ихтирам күрһәтеү, һуғыш балаларына хөрмәт күрһәтеү, – тине стела асылыуына Радий Хәбиров. – Хакимиәтебеҙҙән һуғыш ваҡытында эшләнгән изделиеларҙан асыҡ һауалағы ниндәйҙер музей эшләүҙәрен һорайым. Был яҡшы булыр ине. Дөйөм алғанда, тағы ла бер туристик нөктә барлыҡҡа килде. Кешеләр йөрөй, ҡарай, уларға оҡшай. Эшегеҙ өсөн рәхмәт.
Егерме метрлыҡ “Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стелаһы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тыл хеҙмәтсәндәренең батырлығын символлаштыра. Ул автомобиль күперҙәренән уң яҡ ярҙа, Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан.
Фото: "Башинформ".